9В класы уҡыусыһы Альбина Фәхрисламованың төрлө темаларға арналған мәҡәләләре «Йәншишмә» республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзитендә даими баҫылып тора.
Уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы етәкселегендә гимназия-интернат тормошон да йыш яҡтырта улар.
Бөгөн, йәғни 14 апрель белем усағы тарихында, шул иҫәптән Альбинаның тормошонда иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды.
Ул да булһа — Альбина Фәхрисламоваға «Йәш хәбәрсе» исеме бирелде.
Был маҡтаулы исемде баҫманың баш мөхәррире Мирсәйет Юнысовтың Сибайға килеп тапшырыуы — үҙе үк ғорурлыҡ!
Афарин, Альбина! Ижади ҡомарың һүнмәһен!










