1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Альбина ФӘХРИСЛАМОВА — «Йәш хәбәрсе»!

Альбина ФӘХРИСЛАМОВА — «Йәш хәбәрсе»!

9В класы уҡыусыһы Альбина Фәхрисламованың төрлө темаларға арналған мәҡәләләре «Йәншишмә» республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзитендә даими баҫылып тора. 👍Уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы етәкселегендә гимназия-интернат тормошон да йыш яҡтырта улар. 📄Бөгөн, йәғни 14 апрель белем усағы тарихында, шул иҫәптән Альбинаның тормошонда иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды. 🔥Ул да булһа — Альбина Фәхрисламоваға «Йәш хәбәрсе» исеме бирелде. ⚡Был маҡтаулы исемде баҫманың баш мөхәррире Мирсәйет Юнысовтың Сибайға килеп тапшырыуы — үҙе үк ғорурлыҡ!💫
Афарин, Альбина! Ижади ҡомарың һүнмәһен!🖋🔥

Меню