1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. АТАЙҘАР ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫ

АТАЙҘАР ҠОРҒА ЙЫЙЫЛДЫ

Бөгөн Сибай гимназия-интернаты гөрләп торҙо. Шулай булмай, Ватан һаҡсылары көнө алдынан уҙасаҡ сараларға алыҫ араларҙы яҡын итеп, гимназистарҙың атайҙары килеп еткәйне. «Бала тәрбиәләүҙә атай роле» тип исемләнгән фекер алышыуға һәр кластан иң әүҙем атайҙар саҡырылды. Сарала билдәле прозаик, «Атайсал» гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов, Сибай ҡалаһының «Алтын» мәсете имам-хатибы Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин, Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Хаммат Бикбова, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, эшҡыуар Айбулат Уразбахтиндарҙың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырмай ҡалманы.
Фекер алышыуҙа атай абруйын күтәреү, малайҙарҙа ир-егетлек сифаттарын тәрбиәләү, ғаилә тәрбиәһе, әрме хеҙмәте кеүек һорауҙарға яуаптар бирелде. Төрлө ситуацияларҙан дөрөҫ сығыу юлдары әйтелде. Шулай уҡ милли тәрбиә, рухи ҡиммәттәргә лә туҡталды ир-аттар.
Нисек кенә булмаһын, сара ир-егеттәрҙе тәрбиә темаһына тағы бер тапҡыр уйланырға мәжбүр иткәндер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
#СибайскаяГимназияИнтернат #навигаторыдетства #Росдетцентр #навигаторозащитниках #РДДМРБ #НавигаторыДетстваРБ.
22 февраля в ГБОУ Сибайская гимназия-интернат советником директора по воспитанию была организована конференция с участием отцов обучающихся на тему «Роль отца в воспитании детей».

Меню