
Быйылғы уҡыу йылында төрлө олимпиада-конкурстар йәһәтенән уңыштарыбыҙ байтаҡ ҡына. Ошо көндәрҙә 10 б класы уҡыусыһы Зөһрә Байназарова башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса федераль олимпиадала 2-се урын яулап, гимназия-интернат данын йәнә арттырҙы.

Зөһрәнең уңышында уның уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова-Алдырханованың да өлөшө ҙур. Әйткәндәй, ул төнъяҡ-көнсығыш федераль олимпиадаһында уҡыусылары менән бер нисә йыл рәттән еңеүҙәргә өлгәшеп килә. Афарин, Зөһрә,

афарин, Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы,

тип әйтергә генә ҡала.
Уңыштар һеҙгә!
#РПМГИСибай #ГимназияИнтернатСибай