1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. “Батыр егет-ил күрке”

“Батыр егет-ил күрке”

Нәҡ шулай исем аҫтында күркәм генә сара үтте. Сәхнәлә кемдәр көс һынашты, тиһегеҙме? Улар ҙа булһа – 8 б класының бөркөттәй ҡыйыу, сая егеттәре. Конкурс ике этапта ойошторолдо. Тәүгеһе үҙ эсенә спорт ярыштарын алды. Малайҙар традицион уҡтан атты һәм спорт залында физик әҙерлектәрен күрһәтте. Артабан иһә икенсе өлөшө гимназияның тамаша залында дауам итте. Һигеҙенселәрҙең сәхнәгә милли кейемдә сығып баҫыуы бәйгенең мәртәбәһен, ул ғына түгел бәҫен дә арттыра төштө.
Конкурс шарттары еңел генә түгел ине. Үҙҙәре менән таныштырыуҙа уҡыусылар кем икәнлеген, ниндәй ырыуҙан булыуын һәм уның тамғаһын, ҡошон әйтеп үтте. Йомробаш уйынында буласаҡ ил һаҡсыларына башҡорт мәҡәлдәрен дауам итеү бурысы ҡуйылды. Ҡайһы бер ҡатнашыусыларға ауыр ғына булып сыҡты. Үҫеп килеүсе быуын киң таралған мәҡәл-әйтемдәрҙе белеп етмәй, был йәһәттән ата-әсәләргә һәм тел уҡытыусыларына уйланырға урын бар. Ә бына аттарҙың төҫөн әйтеү малайҙарға әллә ни ҡыйынлыҡтар тыуҙырманы. Тимәк, был йүнәлештә эш алып барылған, тип һығымта яһарға ҡала. Төймә тағыуҙа ла көс һынашты улар. Бының көндәлек тормошта һәр саҡ кәрәк булыуы бәхәсһеҙ.
Шулай итеп…
Ярыш булғас, еңеүселәр ҙә була тигәндәй,
3-сө урынды Рөстәм ВИЛЬДАНОВ
2-се урынды Сыңғыҙ ИЛЬЯСОВ
1-се урынды — Айҙар Әхмәткирәев
яуланы. Ҡалған ҡатнашыусылар иһә төрлө номинацияларға лайыҡ булды.
👏👏👏
Ватан һаҡсылары көнө уңайынан үткәрелгән сара тәрбиәүи йәһәттән бик әһәмиәтле булыуын күрһәтте. Беренсенән, милли кейемдә сығыш яһау, уҡтан атыу – үҙе бала күңелендә халҡыбыҙҙың милли традицияларына һөйөү уята. Икенсенән, спорт саралары аша көс һынашыу – физик әҙерлекте генә күҙ уңына алмай, ә сәм, дәрт кеүек сифаттарҙы үҫтерә. Өсөнсөнән, интеллектуаль ярыш төрҙәре аша аҙмы-күпме уҡыусы күңеленә рухи орлоҡ һалына. Сараны ойошторған 8 б класы тәрбиәсеһе Рәүлә Ишбулды ҡыҙы Кәримованың башынан аҙағынаса ентекле уйлап, тамашасы хөкөмөнә сығарыуы маҡтауға лайыҡ. Сая, отҡор малайҙарға һәм уларҙың етәксеһенә афарин, тип әйтергә генә ҡала.

Меню