1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Бөтә Рәсәй еңеүселәре!
Өфө фән һәм технологиялар университетында Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Рәсәй халыҡтарының туған телдәре һәм әҙәбиәте буйынса II Федераль олимпиаданың йомғаҡлау этабы🖊үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Сибай гимназия-интернаты уҡыусылары 🔥был юлы ла һынатманы:💫
📎Зөлхизә Арыҫланова (10а) ЕҢЕҮСЕ, ә 📎Нәркәс Мортаева (9в) ПРИЗЕР исеменә лайыҡ булды. 📎Хәлиҙә Солтанғужина (9в), 📎Сөмбөл Ҡолмөхәмәтова (8б) — “Рухиәт һаҡсылары”, 📎Ләйлә Мөлөкова (9в) – “Ижади фекерләү”, 📎Фаягөл Мөхәмәтйәрова (9в) – “Маҡсатҡа ынтылыш”, 📎Нурия Кәримова – “Йәш телһөйәр”, 📎Айгөл Ҡаһарманова (8б) – “Йәш эҙәрмән” номинацияларында билдәләнде.👏Уҡыусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыһы Әлнисә Кәримова-Алдырханованы 🔥сираттағы уңыштары менән ҡотлайбыҙ!
Әйткәндәй, күптән түгел Әлнисә Рәхимйән ҡыҙының уҡыусылары 💫Физалиә Әбдисова, Нурия Кәримова, Нәргизә Кәримова, Лениза Ғәрифуллиналар Гагарин кубогында ла уңышлы сығыш яһап, еңеүсе һәм призер булды. Афарин, гимназистар! 🔥🔥🔥
Меню