1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Гимназистар йәнә алдынғылар рәтендә

Гимназистар йәнә алдынғылар рәтендә

Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһенең йомғаҡлау сараһы үтте. М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында үткән тантанала Сибай гимназия-интернаты уҡысылары ла ҡатнашты. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә «Алдар менән Зөһрә» эпосын сәхнәләштереп, гимназистар үҙ төркөмөндә өсөнсө урынға сыҡты.
— Юғары кимәлдә ойошторолған сараға барып, сертификаттар һәм диплом алып, ҡәнәғәт йөрөп ҡайттыҡ, — тип фекере менән уртаҡлашты ижади команда етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбәите уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова.
Уҡыусыларға һәм етәксеһенә афарин, тип әйтергә генә ҡала.

Меню