Бөгөн 3-сө «Сибай» республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатында «Халҡым йәдкәре» республика конкурсының йомғаҡлау этабы һәм “Халыҡ йолаларының тәрбиәүи әһәмиәте” тип аталған семинар үтте. Сарала «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни ойошмаһы рәйесе Рәйсә Күзбәкова, Баймаҡ, Йылайыр, Белорет, Сибай ҡала-райондарынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре ҡатнашты.
Сараны асып, гимназия-интернат директоры Нияз Ғибәҙәт улы Мөхәмәтов конкурстың телебеҙ үҫеше өсөн әһәмиәтен билдәләп үтте. Еңеүселәр араһында гимназия-интернат педагогтары булыуы ҡыуаныслы ине. Мәҫәлән, 6 А класы уҡыусылары класс етәксеһе Р.Ә. Кинйәбулатова етәкселегендә «Орсоҡ өмәһе» күрһәтеп, призлы урын яулаһа, 10 А класы уҡыусылары (класс етәксеһе: Кәримова Р.Ә.) еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Унынсылар баһалама ағзаларына «Аулаҡ өй» йолаһын тәҡдим иткән.
Сараның икенсе өлөшө — семинарҙа «Урал батыр мәктәбе» проекты, ғөмүмән, «Урал батыр» эпосын йәш быуынға өйрәтеү мәсьәләләре хаҡында һүҙ барҙы. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһе еңеүселәренең сығыштары сараны байытты ғына. Шулай уҡ, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни ойошмаһы етәксеһе Р.А.Күзбәкова, ҡала мәғариф идаралығы методисы А.М. Моталлапова, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы Г.Д. Ибраһимова, гимназия-интернаттың башҡорт теле уҡытыусыһы Ә.Р.Кәримова сығыш яһап, ошо юҫыҡта әүҙем эшләү кәрәклеген билдәләне.
АЛЬБОМ: clck.ru/3Lcacz
#РПМГИСибай #Уралбатыр