1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Халыҡ ара ҡосаҡлашыу көнө

Халыҡ ара ҡосаҡлашыу көнө

21 ғинуар — Халыҡ ара ҡосаҡлашыу көнө билдәләнә. Был үҙенсәлекле байрамды тәүге тапҡыр 1986 йылда АҠШ-та ла билдәләйҙәр. Унан йәшен тиҙлеге менән бар донъяға тарала. Ғалимдар әйтеүенсә, көнөнә 3-7 тапҡыр ҡосаҡлашһаң иммун системаһы нығый, психика көйләнә һәм нервылар тыныслана.
8 тапҡыр ҡосаҡлашыу иһә кешене тамам бәхетле итергә мөмкин.
Сибай ҡалаһының «Ровесник» клубы ҡосаҡлашыу акцияһы үткәрҙе. Был сарала беҙҙең гимназия-интернаттан 10а класы уҡыусылары ҡатнашты.
Мәҙинә Яхина, 10 а класы уҡыусыһы.

Меню