1. Главная
  2. Новости
  3. Ирәндек уҡсылары

Ирәндек уҡсылары

Баймаҡ районы Әхмәр ауылы янындағы йәмле Сереккүл буйында Алдар Иҫәкәйев иҫтәлегенә арналған Республика күләмендә ҙур турнир үтте. Бында Баймаҡтың «Ирәндек уҡсылары», Өфө, Сибай ҡалалары, Силәбе өлкәһе, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил, Белорет райондарынан 90 — дан ашыу уҡсы мәргәнлектә көс һынашты. Гимназия интернат уҡыусылары ла һынатманы. Был юлы ла уңышлы сығыш яһап, түбәндәге урындарға лайыҡ булды улар:
💫Юлдыбаев Дамир 2-се урын
💫Юлдыбаева Динара 2-се урын
💫Асаинова Вилена 3-сө урын.
Ятып ҡалғансы — атып ҡал! Афариндар! Уҡсыларыбыҙға һәм етәкселәре Хөрмәт Зөбәйер улына киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ!

Меню