1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. “Йөрәк һүҙе” СГИ-ла

“Йөрәк һүҙе” СГИ-ла

Йөрәктән сыҡҡан һүҙ генә йөрәккә етә, тибеҙ. Сибай гимназия-интернатында Башҡорт теле көнө сиктәрендә тәүге тапҡыр ойошторолған “Йөрәк һүҙе” конкурсы был һүҙҙәрҙе йәнә иҫбатланы. Күңелдәрендәге хис-тойғоларын еткерергә уҡыусыларҙың ата-әсәләре, өләсәләре килеп еткәйне. Атап әйткәндә, 8 б класы уҡыусыһы Сөмбөл Ҡолмөхәмәтова әсәһе Әлифә Хөрмәт ҡыҙы, 7 а-нан Элина һәм Эльвина Сәлимовалар өләсәһе Миңһылыу Шәрифулла ҡыҙы, 7 б-нан Зөлхизә Йәрмөхәмәтова тәрбиәсеһе Вәзирә Борхан ҡыҙы, шулай уҡ был кластан Дәүләтшин Тимур әсәһе Динә Илдәр ҡыҙы, Лиә Аралбаева ағаһы Руслан, 8а-нан Илназ Рәхмәтуллин өләсәһе Римма Вәли ҡыҙы, 5-сенән Зөбәржәт Хәсәнова әсәһе Раушания Шәрифулла ҡыҙы менән сәхнәгә сығып, сихри шиғриәт донъяһына алып ҡайтты. Гимназия-интернаттың математика уҡытыусыһы Нәйлә Хәкимйән ҡыҙы Платонова әсәйҙәргә арналған шиғыры һәр кемдең күңел ҡылын сиртмәй ҡалмағандыр.
Конкурсанттарҙы абруйлы баһалама ағзалары – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай гимназия-интернатының сығарылыш уҡыусыһы Нәсимә Ғиззәтуллина, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, күренекле драматург Әминә Яхиналар баһаланы.
Шулай итеп, маҡсатына ирештеме был сара? Ирешкәндер… Сөнки, беҙ бында туған телебеҙгә һәм халҡыбыҙға булған һөйөүҙе, быуындар бәйләнешен күрҙек. Үҫеп килеүсе быуын күңеленә рухи орлоҡ һала алғанбыҙ икән, тимәк маҡсатыбыҙ тормошҡа ашҡан, тигән һүҙ…
Кемдәр еңеүсе булды тиһегеҙме? Ул да булһа, 8 А класы уҡыусыһы Илназ Рәхмәтуллин һәм өләсәһе Римма Вәли ҡыҙына етеүсе булманы.
https://vk.com/album-78958472_289770870

Меню