1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл

Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл

📖“Сибай” 3-сө һанлы Республика күп профилле гимназия-интернатында Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған саралар үтте.✨✨✨
📖8-9 кластарҙа үткән дәрестәр уҡыусылар тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова – Кәримова 8 а класында Сибай институты студенттары менән берлектә Ғ. Ибраһимовтың әҫәре буйынса әңгәмә дәрес ойошторҙо. Гимназистар “Кинйә” романы солғанышында данлы-шанлы йылдарға ҡайтып әйләнде. Зөлфиә Нуретдин ҡыҙы Ҡарасова ойошторған “Кинйә” тип аталған дәрес, шулай Кинйә абыҙ хаҡындағы фильм иһә 8б һәм 9а-ларҙың күңелендә тыуған халҡына ҡарата һөйөү уятмай ҡалманы. Педагог-китапханасы Гөлсинә Азамат ҡыҙы Нәүширбанова үткәргән китапхана сәғәтендә 9 б -лар “Кинйә” романы хаҡында белемдәрен тағы бер ҡат байытты.
#РПМГИСибай #КинйәАрыҫланов #300летиеКинзиАрсланова #коменнтированноечтениеКинзя
📚
Белешмә:
Кинйә Арыҫланов — башҡорт старшинаһы, абыҙ, 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы һәм уны Башҡортостанда ойоштороусыһы, Е. И. Пугачёвтың баш полковнигы.

Меню