1. Главная
  2. Новости
  3. Музейҙарға сәйәхәт

Музейҙарға сәйәхәт

18 май — Халыҡ -ара музейҙар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан, 17 май көнө тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса төрлө олимпиада, конкурстарҙа уңыштарға өлгәшкән гимназия-интернат уҡыусылары Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәс ауылындағы һәм Баймаҡ ҡалаһындағы музейҙарға барып ҡайтты.
Беҙ унда һуғыш ваҡытындағы үткән ваҡиғалар, батырлыҡ күрһәткән геройҙар хаҡында күп мәғлүмәттәр алдыҡ. Шулай уҡ музей мөдире А.Р. Мәжитов үткәргән Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы дәрес тә бик оҡшаны. Тарих фәненә ҡарата һөйөүебеҙ тағы ла арта төштө.
Ошо сәйәхәтте ойошторған директорыбыҙ Роза Хаммат ҡыҙы Бикбоваға, уҡытыусыларыбыҙ Фәнил Сәлим улы Ниғмәтуллинға һәм Гөлсинә Азамат ҡыҙы Нәүширбановаға, водитель Урал Юныс улына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Уҡыусылар исеменән Камила Иҫәнбаева,
9 а класы уҡыусыһы.

Меню