1. Главная
  2. Новости
  3. Сибай гимназия-интернатына Хәйбулланан ҡунаҡтар килде

Сибай гимназия-интернатына Хәйбулланан ҡунаҡтар килде

6 апрель көнө Сибай гимназия-интернатында Хәйбулла районы мәғариф бүлегенән һәм Аҡъярҙағы 2-се һанлы мәктәптән ҡунаҡтар булып китте. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсаты менән килгән педагогтар кадет класының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.Башта улар туғыҙынсыларҙың сафҡа теҙелеү һәм хәрби әҙерлеген ҡараны. Артабан ҡунаҡтар китапханаға эшлекле һөйләшеүгә йыйылды. Гимназия-интернаттың уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Айҙар Рәжәп улы Янышев белем усағында эшләп килгән йүнәлештәргә туҡталды, шулай уҡ кадет класының әһәмиәте хаҡында һөйләп үтте.
Нисек кенә булмаһын, был класс уҡыусылары башҡаларҙан дисциплиналы булыуы, теүәллекте үҙ итеүҙәре менән айырылып тора. 9В — кадет класы етәксеһе Фәрит Биктимер улы Харрасов биш йыллыҡ эшмәкәрлек тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй кадеттар йыйыны хаҡындағы мәғлүмәттәр менән бүлеште. Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Марина Машалла ҡыҙы Хилалова документ эше үҙенсәлектәренә туҡталып, кадет класының тәрбиә биреүҙә ҙур роль уйнауын билдәләне.

Меню