1. Главная
  2. Новости
  3. Тәжрибә уртаҡлашҡандан арта ғына

Тәжрибә уртаҡлашҡандан арта ғына

🎓1-2 ноябрҙә Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова етәкселегендәге педагогтар делегацияһы Стәрлетамаҡ ҡалаһына барып ҡайтты. Тәү маҡсатыбыҙ В.И.Ленин исемендәге 2-се һанлы лицей-интернат Стерлитамакский лицей-интернат №2 эшмәкәрлеге менән танышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыуға ҡоролғайны. 🎓“Функциональ грамотлылыҡ: формалаштырыу технологиялары” республика семинар-практикумында ҡатнашып, педагогтар белемдәрен арттырып ҡына ҡалманы, ә үҙ-ара аралашты, тәжрибәләре менән бүлеште. Стәрлетамаҡ лицей-интернаты педагогтарының яңы алымдарға ынтылыуы, һәр эшкә ижади ҡарауҙары һоҡландырҙы. Белем учреждениелары директорҙары Салауат Фердинанд улы Ғәлимуллин һәм Роза Хаммат ҡыҙы Бикбовалар бындай сараларҙың әһәмиәтле булыуын, киләсәктә даими үткәреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡунаҡ ашы-ҡара ҡаршы, тигәндәй, Роза Хаммат ҡыҙы Стәрлетамаҡтарға Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова-Кәримованың гимназия-интернат тураһында китабын бүләк итеп, коллегаларҙы ҡунаҡҡа ла саҡырҙы.
🎭Семинар-практикумдан һуң, И.Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрына ҡылған сәйәхәтәбеҙ ҙә күңел түрендә урын алды. Мөнир Ҡунафиндың “Ҡорос. Яугир ат яҙмышы” драмаһы утлы йылдарға алып ҡайтыуҙан тыш, әҫәрҙең бөгөн дә актуаль булыуын дәлилләне. Спектаклдән һуң артистар менән иҫтәлеккә фотоға төшөү ҙә ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
✨Иртәгеһенә данлыҡлы шихандарҙың береһе – Торатауға менеү һәр кемдең күңелендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хистәр уятҡандыр. Шулай булмай, илебеҙ байраҡтарын тотоп, аҫтағы матурлыҡҡа бағыу үҙе ғорурлыҡ та, шатлыҡ та бит…
🔥🔥🔥Ике көнлөк сәйәхәтте ойошторған гимназия-интернат директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбоваға, профсоюз комитеты рәйесе Рәйлә Хәлфетдин ҡыҙы Мәһәҙиеваға, беҙҙе йылы ҡаршы алған һәм оло хәстәрлек күрһәтеп оҙатып алып йөрөүсе В.И. Ленин исемендәге 2-се һанлы Стәрлетамаҡ лицей-интернаты коллективына, директоры С.Ф. Ғәлимуллинға, директор урынбаҫары Флүрә Йәғмәлүн ҡыҙы Бәҙретдиноваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!👏🏻👏🏻👏🏻
#СибайскаяГимназияИнтернат
#СтерлитамакскийЛицейИнтернат№2
#МОНРБ

Меню