Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, “Сибай” 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаты директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова яңы эшкә күсеү сәбәпле, үҙ вазифаһынан китте.
Р.Х. Бикбова белем усағын 2008 йылдан етәкләне. Шул йылдар эсендә гимназия-интернатта белем һәм тәрбиә биреү, матди-техник базаны яңыртыу йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарылды. Уҡыу йорто Башҡортостанда һәм унан ситтә инновацион программаларҙы тормошҡа ашырған абруйлы мәғариф учреждениеһы булараҡ танылды.
Роза Хаммат ҡыҙына тағы ла яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ! Яңы эш урынында дәртләнеп, халҡыбыҙ мәнфәғәтенә эшләргә яҙһын! Ҙур рәхмәт, һеҙгә!
“Сибай” 3-сө республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаты директоры вазифаһын ваҡытлыса, ошоға тиклем директор урынбаҫары булып эшләгән Иҙел Әхәт улы Әсмәндийәров башҡара.