1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Уфала олимпиадаға барып ҡайттыҡ

Уфала олимпиадаға барып ҡайттыҡ

Сибай гимназия-интернатынан 7 уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса федераль олимпиадала ҡатнашты.
📚📚📚
Өфө фән һәм технологиялар университетында үткән Төнъяҡ-көнсығыш олимпиадаһы быйыл икенсе тапҡыр уҙғарылды. Һайлап алыу турында 8-11 кластарҙан 514 уҡыусы ҡатнашып, шуларҙың 228-е икенсе этапҡа үткән. Федераль исемлеккә индерелгән был олимпиадала еңеүселәр һәм призлы урын алыусылар, урыҫ теленән Берҙәм дәүләт имтиханын кәмендә 75 балға биргән осраҡта, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ инә ала.
Беҙҙең гимназия-интернаттан иһә баш ҡалаға 8-се кластан – Ҡаһарманова Айгөл, Ҡолмөхәмәтова Сөмбөл, 9-сы кластан – Мортаева Нәркәс, Мөхәмәтйәрова Фаягөл, Мөлөкова Ләйлә, Солтанғужина Хәлиҙә, 10-сы кластан Арыҫланова Зөлхизә барып, үҙ көстәрен һынаны.
-Федераль олимпиадала башҡорт теленән 25 уҡыусым ҡатнашты, шуларҙың 18 -ҙе икенсе турға үтте Һөҙөмтәләре март айында билдәле буласаҡ, — тип өҫтәмә мәғлүмәт бирҙе уҡыусыларҙы ярышҡа әҙерләгән уҡытыусылары Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова.
Артабан уҡыусылар Салауат Юлаев һәм Шайморатов генерал һәйкәлендәренә, Башҡортостан милли музейына сәйәхәт ҡылды.
Уҡыусыларға һәм уларҙың етәкселәренә афарин, тип әйтергә генә ҡала.
#СибайГимназияИнтернаты

Меню