1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Уҡсылар ярышты

Уҡсылар ярышты

Бынан 6-7 йыл элек Башҡортостанда традицион яндан уҡ атыу киң популярлыҡ алды. Сибай гимназия-интернатында ла шул ваҡыттарҙа Республика, Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа еңеү яулаған, физкультура уҡытыусыһы Хөрмәт Зөбәйер улы Таһировтың хәстәрлеге менән был шөғөлгә нигеҙ һалынды. Үткән йылдың декабрендә гимназия базаһында «Ирәндек уҡсылары» клубының асылыуы ошо йәһәттән эште йәнләндермәй ҡалмаған.
Шуныһы ҡыуаныслы, клубҡа уҡыусылар менән бер рәттән, өлкәндәр ҙә теләп йөрөй. Был иһә халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөнөң юғалып ҡалмауына, быуындар күсәгилешлелегенең йәшәүенә булышлыҡ итә.
24 фералдә Сибай гимназия-интернатында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған матур сара үтте. Матур ғына тип әйтеү аҙҙыр, фәһемле сара уҙҙы. Малай, ҡыҙҙар мәргәнлектә көсөн һынап ҡына ҡалманы, ә уҡ атыу серҙәренә төшөндө. Шулай уҡ Хөрмәт Зөбәйер улы уҡ һәм янды яһау серҙәре менән дә бүлеште.
Бындай сараларҙың әһәмиәте бармы? Бар, әлбиттә. Беренсенән, уҡыусылар ваҡытын файҙаға уҙғара. Икенсенән, халҡыбыҙҙың электән йәшәп килгән шөғөлөн үҙләштереп кенә ҡалмай, ә уны тергеҙеүҙә үҙ өлөшөн индерә. Өсөнсөнән иһә туған халҡына ҡарата күңелендә ғорурлыҡ тойғоһо йөрөтә.

Меню