1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Уҡтан атты ҡыҙҙар

Уҡтан атты ҡыҙҙар

Элек-электән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең ҡыйыулығы, батырлығы, мәргәнлеге, яугирлығы менән дан тотҡан. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһе оҫта уҡ ата белгән.
Яҙ байрамы — 8 март ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан гимназия интернатта «Ирәндек уҡсылары» клубында шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар араһында милли яндан уҡ атыу турниры булып үтте.
Милли йоланы тергеҙеү, мәргәнлек оҫталыҡтарын камиллаштырыу, йәш быуында илһөйәрлек, тарихыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде был бәйге. Шулай итеп призлы урындар яулаусылар:

1урын — Асаинова Вилена
2 урын — Ҡоҙабаева Элина
3 урын — Тулыбаева Юлиә
Афарин, ҡыҙҙар!

Меню