1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Уҡыу алдынғылары менән әңгәмә

Уҡыу алдынғылары менән әңгәмә

Нисек тик “5”-легә уҡырға? Алдынғы булыу еңелме?..Һорауҙар күп булып сыҡты. Яуаптар иһә тағы ла төплөрәк, үҙенсәлеклерәк. 6 А класында үткән осрашыу хаҡында әйтеүем. Сибай гимназия-интернатының шәп егеттәрен – уҡыу алдынғылары, фән олимпиадаһында уңыштарға өлгәшкән Рафаэль Александров менән Айгиз Йәнтүринды саҡырып, отто улар. Ысын мәғәнәһендә, отто. Береһе 11-ҙә, икенсеһе 10-да белем алған егеттәр бына-бына уҡыуҙарын тамамлап сығыр ҙа китер, ә алтынсыларҙың күңелендә был ихлас әңгәмә оҙаҡ һаҡланыр. Ә был ябай ғына һөйләшеү булманы: үрҙә әйтелгән ихласлыҡ та, ағайҙарса нәсихәт тә, ябайлыҡ та урын алды бында. Блиц-һорауға ла яуап бирҙе егеттәр, бринг-рингта ла көс һынашты. Рафаэль менән Айгиздың мәғлүмәтле булыуҙары, һәр һорауға төплө яуап биреүҙәре алтынсыларҙы һоҡландырмай ҡалманы.
“Бик оҡшаны”, тине уҡыусылар осрашыу һуңында. “Ағайҙар бик белемле, беҙҙең дә шулай булғыбыҙ килә”, тип өҫтәне икенсеһе. Бына бит, кеше күңеленә дәрт осҡоно һалыу, ҡанат ҡуйыу өсөн күп тә кәрәкмәй. Осрашыуҙы урын-еренә еткереп ойошторған һәм алып барған Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, 6 А класы тәрбиәсеһе Нурия Нуриман ҡыҙы Туйсинаға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
#гбоусги

Меню