1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Ғәҙел — Бөтә Рәсәй фәнни-эҙләнеү конференцияһында еңеүсе

Ғәҙел — Бөтә Рәсәй фәнни-эҙләнеү конференцияһында еңеүсе

10 а класы уҡыусыһы Ғәҙел Абдрахманов мәшһүр ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 110 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй фәнни-эҙләнеү конференцияһында ҡатнашып, 1-се урынға лайыҡ булды. ⭐ Ул олатаһы эҙенән, ҡурайсының тыуған ауылы Баймаҡ районы Төркмәнгә барып, музей етәксеһе Зәлиә Бүләкәнова-Талипова менән әңгәмә ҡора, бай материал туплай. 🔥Интернет селтәрен оҫта файҙалана, уҡыусылары һәм туғандары менән бәйләнеш булдыра. Сәмле эш-йәмле эш, тигәндәй, етәксеһе Әлнисә Кәримова-Алдырханова менән ҙур эш башҡарып, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә улар.

Меню