1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе

Ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе

Каникул алдынан 7 б класы уҡыусыларына Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Яугел» халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Дилара Мөхитдин ҡыҙы Рафиҡова ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Балалар ҡумыҙ сәнғәте, ҡумыҙ төрҙәре һәм нескәлектәре менән танышты. «Ҡумыҙ — кешенең эске донъяһын дауалай, яҡтырта, йәшәүгә көс, дәрт өҫтәй, рух ныҡлығы бирә», — ти Дилара Мөхитдин ҡыҙы. Нисек оҫта итеп ҡумыҙ уйнарға өйрәнеү серҙәре менән ихлас бүлеште һәм төрлө ҡумыҙҙарҙа уйнау алымдарын күрһәтте. Балалар ҙа ҡумыҙ уйнап ҡараны. Осрашыуҙан һуң дәртләнеп, илһамланып ҡайтты улар.
Рәүлә Ишбулды ҡыҙы Кәримова,
7 б класы тәрбиәсеһе.

Меню