1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Ҡурай даны-2021

Ҡурай даны-2021

Сибай гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ә.Р. Кәримова – Алдырханова “Ҡурай даны-2021” республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһында “Һөнәр оҫтаһы” номинацияһында “Балаларҙың ижади һәләтен үҫтергәне өсөн” махсус дипломы менән бүләкләнде.
— Коллегам, тәрбиәсе Нурия Нуриман ҡыҙы Туйсина менән күркәм байрамда булып ҡайттыҡ. Бик ҡыҙыу барған тауыш биреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән гимназия-интернат директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбоваға, ул етәкләгән бөтә хеҙмәткәрҙәргә, яратҡан уҡыусыларыма, дуҫтарыма, ғөмүмән, конкурста ошо йәһәттән ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтлемен. Мине ҡыуандырғандай, Хоҙай тәғәлә үҙегеҙҙе лә меңләтә ҡыуандырһын, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы.
“Ҡурай даны-2021” телевизион конкурсында үҙебеҙҙең сығарылышы уҡыусылары, үҙ һөнәре оҫталары Заһит Ғәбитов, Гөлназ Юнысбаева-Ҡаҙаҡбаеваларҙың ҡатнашыуы, йомғаҡлау тантанаһында беҙҙең белем усағында ҡанат нығытҡан уҡыусыбыҙ Альбина Килдейәрованың йырлауы оло мәртәбәгә лайыҡ.
Эйе, Сибай гимназия-интернатында уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә элек-электән ҙур иғтибар бирелә. Бында иһә тәү сиратта, коллективтың тырыш хеҙмәте ятһа, шулай уҡ айырым педагогтарҙың да эшен билдәләмәй булмай. Улар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре, бик күп Гранттар еңеүсеһе, «Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» республика конкурсы еңеүсеһе, Салауат Галин исемендәге премияның беренсе лауреаты, яҙыусы һәм журналист титулдарына эйә Ә.Р. Кәримова-Алдырханова айырым урын биләй. Гимназиябыҙ уның менән ғорурлана һәм артабан да ижади уңыштар, еңеүҙәр теләп ҡала! Яңынан-яңы еңеүҙәр һеҙгә!

Меню