1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы — еңеүсе

Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы — еңеүсе

Башҡорт теле көнө уңайынан Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан “Рәхмәтем – башҡорт теле уҡытыусыһына” акцияһы үткәрелде. Йылдың йомғаҡлау сараһы булараҡ ойошторолған конкурста Сибай гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова – Алдырханова ҡатнашып, еңеү яулауға өлгәште.
— Минең өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашҡан коллегаларыма, ата-әсәләргә, уҡыусыларға, туғандарыма, дуҫтарыма ҙур рәхмәтемде еткерәм, тине ҡыуанысы менән уртаҡлашып Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы.
Афарин, Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы. Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр теләйбеҙ!

Меню