1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022

Сибай гимназия-интернаты педагогтары һәм уҡыусылары «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2022» акцияһына ҡушылды. Сара ике кимәлдә — башҡорт телен яңы өйрәнә башлаусы һәм иркен аралашыусы ҡатнашыусылар өсөн ойошторолдо. Текстарҙы журналистика ветераны, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Таңһылыу Ғәйнуллина һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова уҡыны. Әйткәндәй, диктантта Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаларының ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.
#башдиктант2022
#башҡорттеленәнхалыҡарадиктант
#международныйдиктантпобашкирскомуязыку
#гбоусги

Меню