Бөгөн Сибай гимназия-интернатының 9, 11 класы уҡыусылары өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” сараһы үтте.
Быйыл белем усағын йәмғеһе 93 уҡыусы тамамлай (шуларҙың 38-е ун беренсе класс уҡыусылары)
Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Сибай мәктәп-интернатының сығарылыш уҡыусыһы,
Гөлсөм Байрамғол ҡыҙы Дилмөхәмәтова – Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министырлығының мәғариф идаралығы дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу һәм төбәк –ара хеҙмәттәшлек булдырыу бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты,
Хәмитов Илдар Сәлихйән улы – Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайының мәғариф һәм фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте үҫеше буйынса комиссия рәйесе, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты директоры,
💥Дәүләтбирҙина Әлфиә Салауат ҡыҙы – Сибай ҡалаһы ҡала округының йәштәр эше буйынса комитет етәксеһе,
💥Асҡарова Динара Рәүил ҡыҙы — Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығы методисы,
💥Науширбанова Минзәлә Хәмитйән ҡыҙы һәм Илембәтова Сулпан Ғәйнислам ҡыҙы – ветеран-педагогтар
🎈🎈🎈
АҠ ЮЛ ҺЕҘГӘ, СЫҒАРЫЛЫШ УҠЫУСЫЛАРЫ!
💫💫💫💫
https://vk.com/album-78958472_293259057