1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Конкурс һөҙөмтәләре

Конкурс һөҙөмтәләре

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә Сибай гимназия-интернаты уҡыусылары араһында «Бәхетлемен, һеҙҙең менән» фотоһүрәттәр конкурсы иғлан иткәйнек.  Барлығы 23 уҡыусынан 32 фотоһүрәт ҡабул иттек.  Конкурс бик ҡыҙыу барҙы.  Хатта, үҙ-ара лайктар йыйып, ярыш та ойоштороп ебәрҙеләр.  Баһалама ағзаларына иң яҡшыларҙы һайлап алыу еңелдән булманы. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә алдан яҙылғанса, фотоһүрәттәрҙә кәмендә өс быуын вәкиле булыуын, оригиналлек һәм сюжетҡа ҡоролоуын иғтибарға алдыҡ.  Урындар түбәндәгесә бүленде.

1 -се урын — Сөмбөл Ҡолмөхәмәтова (7 Б)
2-се урын — Миңзилә Илбулова (7 А)
2-се урын — Гөлдәниә Таштимерова (6 Б)
3-сө урын — Лиана Шәрәфетдинова (6 А)
3-сө урын — Гүзәлиә Ямалова (6 Б)
3-сө урын — Венер Абдрахманов (7 Б)

Иң әүҙем класс — 7 Б класы уҡыусылары. Класс етәксеһе — Рәүлә Ишбулды ҡыҙы Кәримова.
Сибай гимназия-интернаты китапханаһының махсус бүләге — Бәхтейәр Амантаевҡа (7 Б) бирелә.
БҮЛӘКТӘР дөйөм линейкала тапшырыласаҡ.
Конкурста әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә, өләсәйҙәргә, уҡыусыларға, тәрбиәселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Меню