1. Главная
  2. Воспитание
  3. Инаугурация

Инаугурация

19 декабрҙә Сибай гимназия-интернатында “Толпар” үҙидаралығы Президентының инаугурацияһы үтте. Белеүебеҙсә, бер нисә көн элек уҙғарылған һайлауҙа 9 а класы уҡыусыһы Эльнара Дансыҡбаева һайлаусыларҙың 31% процент тауышын йыйып, еңеүгә өлгәшкәйне.
Президент инаугурацияһында үҙидаралыҡты 2020 йылдан етәкләгән Ғәҙел Абдрахманов вәкәләттәрен һалды һәм Эльнараға Президенттың күсмә кубогын тапшырҙы. Яңы президент иһә үҙ сиратында гимназия-интернат үҫешенә үҙ өлөшөн индерәсәген билдәләп, гимназистар алдында ант итте.
Сарала гимназия-интернат директоры Р.Х. Бикбова, Сибай ҡалаһының балалар ижады үҙәге директоры Ф.Ф. Рафиҡов, гимназия-интернаттың тәрбиәүи-эштәр буйынса директор урынбаҫары М.М. Хилаловалар сығыш яһап, яңы Президентҡа уңыштар теләне.
Эльнараны рәсми рәүештә Президент вазифаһын биләүе менән ҡотлайбыҙ һәм көслө команда туплап, һайлау алды программаһын тормошҡа ашырыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ!

Меню