1. Главная
  2. Новости
  3. Поздравление Бикбовой Розы Хамматовны — директора ГБОУ СГИ

Поздравление Бикбовой Розы Хамматовны — директора ГБОУ СГИ

Хөрмәтле ир-егеттәребеҙ – атайҙар, уҡыусылар һәм коллегалар!
⭐Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайым!
💫Ватанды һаҡлау элек-электән ир-егеттең изге бурысы һаналған. Был изге хеҙмәтте ата-бабаларыбыҙ ҙа һәр ваҡыт намыҫ менән башҡарған. Бөгөн дә егеттәребеҙ традицияны дауам итеп, халҡыбыҙ намыҫына тап төшөрмәй хәрби бурысын тейешле үтәйҙәр.
Илебеҙ тарихында ауырлыҡтар менән хәтергә уйылған йылдар булып торған. Бөгөн дә һынауҙар алдындабыҙ. Әммә, сабыр, ҡыйыу халҡыбыҙ уларҙы еңеп сыҡҡан. Илебеҙҙе яңынан-яңы үрҙәргә күтәргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡиғалар улдарыбыҙ, атайҙарыбыҙ иңенә төштө. Улар оло түҙемлек менән һынауҙарҙы лайыҡлы үтер, тигән ышаныстабыҙ. Беҙгә яҡты, матур киләсәк өсөн көс түккән яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙ иһә үҙ сиратыбыҙҙа ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итербеҙ.
Үҫеп килеүсе быуынды Рәсәйҙең ысын гражданы итеп, патриотик һәм юғары рухи-әхлаҡи сифаттар аша тәрбиәләү беҙҙең төп бурысыбыҙ. Беҙ илебеҙ үҫешенә – киләсәктә уның сәскә атыуына үҙ өлөшөбөҙҙө намыҫлы хеҙмәтебеҙ, яҡшы уҡыуыбыҙ менән индерә алабыҙ.
Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем! Ватан һаҡсылары көнө менән!
🖊Роза Хаммат ҡыҙы БИКБОВА,
Сибай гимназия-интернаты директоры.

Меню