1. Главная
  2. Новости
  3. Поздравление директора с Днем студента

Поздравление директора с Днем студента

🎓Бөгөн, 25 ғинуарҙа Рәсәйҙә студенттар көнө билдәләнә. Шул уңайҙан үҙебеҙҙең сығарылыш уҡыусылары – студенттарҙы байрам менән ҡотлайым!
🎓Хәҙерге ваҡытта беҙҙең студенттар илебеҙҙең төрлө уҡыу йорттарында белем ала. Улар араһында буласаҡ табиптар, инженерҙар, IT-белгестәре, нефтселәр һәм башҡа һөнәр эйәләре бар. Ваҡытында беҙҙең гимназия-интернатта ҡанат нығытҡан, ныҡлы тәрбиә, төплө белем алған егет-ҡыҙҙарға студент йылдары еңелерәк тә бирелә. Сөнки, улар бында тормош мәктәбе үткән, үҙаллылылыҡ, ныҡышмаллылыҡ кеүек күркәм сифаттарға эйә булған. Киләсәктә барығыҙҙың да уҡыу йорттарын тамамлап, илебеҙ өсөн кәрәкле һәм көслө белгестәр булыуҙарына өмөтөбөҙ ҙур.
🎓Уҡыуығыҙҙа, тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар теләйбеҙ! Яулар үрҙәрегеҙгә ҡыйыу атлағыҙ! Барығыҙҙы ла 1 февраль – сығарылыш уҡыусылары осрашыуында💥 көтөп ҡалабыҙ!
🖊Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова,
“Сибай” 3-сө һанлы республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаты директоры.
#НавигаторыДетства #Росдетцентр #будущиестудентыНД #НавигаторыДетстваРБ.

Меню