1. Главная
  2. Воспитание
  3. Республиканский полилингвальный фестиваль «Формула успеха»

Республиканский полилингвальный фестиваль «Формула успеха»

📝8 апрелдә 3-сө «Сибай» республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатында «Уңыш формулаһы» республика полилингваль фестивале үтте.
Сарала Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы, милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, полилингваль мәктәп директорҙары, полилингваль белем биреү өсөн яуаплы директор урынбаҫарҙары, педагогтар һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
📝Пленар ултырышты асып, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Морат Нил улы Ишемғолов, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Оксана Михайловна Герасимова, 3-сө “Сибай” республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаты директоры Нияз Ғибәҙәт улы Мөхәмәтов ҡунаҡтарҙы сәләмләп үтте.
📝Пленар ултырышта Мостай Кәрим исемендәге Халыҡ-ара рус телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, педагогика фәндәре докторы Рәйсә Дәүләтбаева, Өфө фән һәм технологиялар университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме, шәрҡиәт һәм журналистика кафедраһы доценты Мөнир Ҡарабаев, Өфө фән һәм технологиялар университетының гуманитар һәм социаль фәндәр институтының тел теорияһы һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире Әлмира Ямалетдинова сығыш яһап, тел өйрәнеү һәм полилингваль белем биреүҙең ыңғай яҡтарын билдәләп үтте.
📝Ҡатнашыусылар уҡыусыларҙың ғилми-эҙләнеү, ижади эштәренән торған күргәҙмәләр менән танышты, башҡорт, рус, инглиз, немец, төрөк телдәрендә үткән дәрестәрҙе, оҫталыҡ дәрестәрен һәм кластан тыш сараларҙы ҡараны.
📝Тамашалар залында гимназистар тарафынан ҡуйылған донъя халыҡтары бейеүҙәре, пилотһыҙ осоу аппараттары кабинеты, милли яндан уҡ атыу клубы, мәктәп музейы эшмәкәрлеге лә ҡунаҡтар күңеленә хуш килде.
📝Көндөң икенсе яртыһында педагогтар һәм мәктәп директорҙары өсөн түңәрәк өҫтәлдәр, махсус хәрби операциялағы башҡорт батальондарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизов менән уҡыусыларҙың осрашыуы үтте. Тәүгеһендә педагогтар мәғлүмәти стенд форматында сығыш яһаны, шулай уҡ дәрестәргә анализ яһалды. Кәрәкле һәм файҙалы тәҡдимдәр әйтелде.
#РПМГИСибай #ФормулаУспеха

Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең бәйләнештәр селтәрендә

Меню