1. Главная
  2. Новости
  3. Слово директора

Слово директора

Минең яратҡан гимназистарым, 11 класс уҡыусылары!
Бына инде һеҙ буй еткерҙегеҙ, ҙур тормош юлына аяҡ баҫасаҡһығыҙ. Һеҙҙең алда ҙур һынау – дөйөм дәүләт имтиханы тора. Һеҙҙең яҡшы һөҙөмтәләрегеҙ, юғары балдарығыҙ һеҙҙең һәм беҙҙең дөйөм хеҙмәтебеҙ емеше буласаҡ. Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлек өсөн ваҡыт әле булһа, йомғаҡлау иншаһын иртәгә яҙасаҡбыҙ. Үҙегеҙҙең белемегеҙгә, фекерләү һәм анализлау ҡеүәһенә таянырға кәңәш итәм.
Барығыҙ ҙа ошо этапты уңышлы үтеп, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырыуға рөхсәт алырһығыҙ, тигән ышаныста ҡалам.
Уңыштар һеҙгә!

Меню