1. Главная
  2. Воспитание
  3. Урок мужества

Бөйөк Ватан һуғышында еңеү өсөн тос өлөш индергән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хаҡында кемдәр генә белмәй икән.🔥Ошо көндәрҙә Сибай гимназия-интернаты уҡыусылары был хаҡта тағы ла күп мәғлүмәттәргә эйә булды. Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “Төнъяҡ Амурҙары” хәрби клубы ағзаһы, тарихсы А.Р. Мәжитов менән үткән осрашыуҙа ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек тәрбиәләү темаһы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. ✨Айҙар Рәйес улының тарихты яҡшы белеүе, аудиторияға мауыҡтырғыс итеп еткерә белеүе уҡыусыларҙы шанлы ла, данлы ла йылдарға алып ҡайтты.
⭐ Фәһемле сара үткәргәне өсөн Айҙар Рәйес улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
#урокмужества
#гбоусги
#потомкишаймуратова
#шаймуратовцысги

Меню