1. Главная
  2. Новости
  3. Встреча с выпускником, сотрудником НТВ

Встреча с выпускником, сотрудником НТВ

Күптән түгел Сибай гимназия-интернатында сығарылыш уҡыусыбыҙ Байрас Байбулов булып китте. Байрасты күптәр фотограф һәм видеограф булараҡ белә. Яҡташыбыҙ әлеге ваҡытта НТВ каналында эшләй.
10-11 класс уҡыусылары менән үткән осрашыуҙа Байрас Мәскәүҙә эшләп килгән студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләп үтте. Уның әйтеүенсә, ойошма һуңғы йылдарҙа әүҙемлеген арттырған. Башҡорт йәштәре араһында төрлө саралар ойоштора, төрлө яҡтан шул иҫәптән, уҡырға инеү буйынса ярҙам итә.
Уҡыусылар ҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды.

Меню