1. Главная
  2. Башкирский язык
  3. Встреча с выпускником

Встреча с выпускником

1 февраль көнө Сибай гимназия-интернатында 2018 йылғы сығарылыш уҡыусыбыҙ, Башҡорт дәүләт медицина университетының 4 курс студенты Йәнбикә Ғәлиәкбәрова булып китте.
11 б класы уҡыусылары менән ойошторолған осрашыуҙа ул БДИ (ЕГЭ), уҡырға инеү, медицина йүнәлеше хаҡындағы мәғлүмәттәре менән уртаҡлашты. Төплө кәңәштәре менән бүлеште. Химия, биология, медицина юлын һайлаясаҡ ун беренселәр ҙә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар тапты.
Өлгөр кеше һәр ҡайҙа ла өлгөр, тигәндәй, Йәнбикә Ғәлиәкбәрова мәктәп йылдарында үҙен төрлө яҡтан күрһәтте, уҡыу алдынғыһы булды. Бөгөн дә ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, йәмғиәт эштәрендә ҡайнап йәшәй. Йылайыр йәштәр берлеген етәкләй, Башҡортостан республикаһының йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы ағзаһы, шулай уҡ төрлө социаль проектарҙа ҡатнаша. Йәнбикә уҡыусыларға шул хаҡта һөйләп, йәмғиәт эштәренең шәхси үҫештә роле ҙур булыуын биләдәләне.

Осрашыу уҡыусыларға бик оҡшаны. Беҙ иһә үҙ сиратыбыҙҙа Йәнбикәгә уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Меню